+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 21:26

12 меңгә яҡынлаштылар

Башҡортостанда пандемия башланғандан бирле коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 12 меңгә яҡынлаша – сир 11 981 ауырыуҙа лаборатор тикшереүҙәр менән раҫланған.

Башҡортостанда пандемия башланғандан бирле коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 12 меңгә яҡынлаша – сир 11 981 ауырыуҙа лаборатор тикшереүҙәр менән раҫланған. Тәүлек эсендә ул тағы ла 110 сырхауҙа асыҡланған.
Бөгөн стационарҙарҙа дауаланыусылар - 285. Шуларҙың 27-һенең хәле ауыр, алтауһы яһалма һулыш аппаратында йәшәү өсөн көрәшә. Өйҙәрендә дауа алыусылар – 621.
Тәүлек эсендә коронавирустан һауыҡҡан 27 кешене дауахананан сығарғандар. Сәләмәтләнеүселәр барлығы – 11 011.
Нисәмә көн инде рәттән инде республикала COVID-19-ҙан берәр ғүмер өҙөлә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы унан Өфөлә йәшәүсе 1957 йылғы ханымдың донъя ҡуйыуы хаҡында хәбәр итә. Ул, коронавирустан тыш, шәкәр диабетынан, цереброваскуляр сирҙән, баш мейеһе ишемияһынан да интеккән булған икән.
Республикала пневмония менән ауырыусылар ҙа арта. Үпкә ялҡынһыныуы диагнозы аҙаҡҡы тәүлектә 315 сырхауға ҡуйылған. Кисәле-бөгөнлө унан һауығыуға өлгәшкән 321 кеше дауахананан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: