Стәрлетамаҡта яңы клиника-диагностика үҙәгенең төҙөлөшө дауам итә. Әлеге көндә төҙөлөш майҙансығында 400 кеше һәм 60 берәмек техника эшләй. Бөтә эштәр ҙә тәүлек әйләнәһенә бара.
Төҙөлөш етәкселәренең береһе, Олег Бабенков, әйтеүенсә, бөгөнгә бөтә бетон эштәре тамамланған,бер ыңғайында биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм ағас ултыртыу ҙа алып барылған. Объектты 1-се декабргә сафҡа индереү күҙ уңында тотола.
- Был объектҡа ярайһы тәжрибә туплап килдек. Өфөлә госпиталь һалдыҡ. Стәрлетамаҡтағы үҙәк заман технологиялары йәһәтенән яҡшыраҡ тәьмин ителгән буласаҡ. Бында бала табыу бүлеге, хирургия, балалар корпустары ҡаралған.
Яңы клиника тәүлек әйләнәһенә эшләй торған - 60, реанимацияға ҡараған 14 бокстан торасаҡ. Йоғошло сирҙәр бүлеге лә заман талаптарына ярашлы төҙөлә. Унда хатта айырым сығыу урындары, душ, гигиена бүлмәләре, кислородҡа тоташтыра торған урындар һәм башҡа унайлыҡтар ҡаралған.
Табиптарға 40 урынға иҫәпләнгән дөйөм ятаҡ өсөн урын бүленә. Унда ла ваҡытлыса йәшәү өсөн бөтә шарттар буласаҡ.