Өйҙә коронавирустан дауаланыусы ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн Башҡортостанға федераль бюджеттан 151 миллион һум аҡса бүленде.
“Яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған амбулатор пациенттар вирусҡа, ҡан ҡуйырыуына, ялҡынһыныуға ҡаршы дарыуҙар, иммунитетты күтәреүсе препараттар һәм антибиотиктар менән тәьмин ителәсәк, – ти республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Дарыуҙарҙы медицина хеҙмәткәрҙәре йәки медицина ойошмаларынан волонтерҙар килтерәсәк”.
Ауырыуҙарға алдан шылтыратып тормаясаҡтар, сөнки коронавирус йоҡторған кеше өйҙә үҙизоляцияла булырға тейеш.
Фото “Башинформ”дан алынды.