Рәсәй Хөкүмәтендә ошо көндәрҙә байтаҡ үҙгәрештәр булды.
Үҙгәртелгән Конституцияға ярашлы, министрҙар вазифаһына яңы кандидатураларҙы Дәүләт Думаһы ҡарағандан һуң, Президент Владимир Путин түбәндәге кешеләрҙе вазифаға тәғәйенләне:
- Николай Шульгинов, энергетика миинстры;
- Виталий Савельев, транспорт министры;
- Александр Козлов, Арктика буйынса министр;
- Ирек Фәйзуллин, төҙөлөш министры.
Шулай итеп хәҙер федераль хөкүмәттә беҙҙең ҡолаҡҡа ятышлы ике исем-шәриф бар – министр Фәзуллин һәм вице-премьер Хөснуллин. Икеһе лә Каҙанда тыуып үҫкән, карьераларын Татарстанда башлаған, төбәк хөкүмәтендә юғары вазифалар башҡарған.
Шуныһы ҡыҙыҡ: быға тиклем төҙөлөш министры булып эшләгән Михаил Мень уҡыуы буйынса - режиссер һәм юрист, ә яҡташыбыҙ Владимир Якушев юрист һәм иҡтисадсы була. Ирек Фәйзуллин иһә – төҙөүсе.