+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 13:30

Барҙы башҡорттары ҡорға йыйыла

14 ноябрҙә Пермь крайында башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифе көндәре үтә. Сараны Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы, урындағы ҡоролтай, Пермь крайы һәм Бардым районы хакимиәттәре ойоштора.

14 ноябрҙә Пермь крайында башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифе көндәре үтә. Сараны Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы, урындағы ҡоролтай, Пермь крайы һәм Бардым районы хакимиәттәре ойоштора.
Барҙа ауылының "Дуҫлыҡ" паркында ғәйнә башҡорттарының арҙаҡлы шәхесе, Ғәйнә волосы старшинаһы, беренсе депутат Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюст һәм шәжәрә ағасын асыу тантанаһы була. Скульптураның авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Өлфәт Ҡобағошов.
"Пермь крайы башҡорттары: тарих, тел һәм мәҙәниәт" тигән сара бер түңәрәк өҫтәл артына Башҡортостан һәм Пермь крайының тарихсы-ғалимдарын, крайҙы өйрәнеүселәрҙе, тарих уҡытыусыларын йыя. Унда шулай уҡ ике яҡтың да юғары кимәлдәге етәкселәренең ҡатнашыуы көтөлә.
Сираттағы сара яҡтарҙың эшлекле даирәләренә тәғәйенләнгән. Бизнес-ҡоролтайҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ комиссияһы үткәрә. Унда һүҙ ауыл хужалығы һәм туристик бизнес алып барыу хаҡында барасаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: