+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 14:15

Баҡалы – юрмый, ҡырғыҙ, бүләр, ирәкте ҡәбиләләре төбәге

Кисә БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары онлайн-конференция ойошторҙо. Унда Баҡалы районының тыуған яҡты өйрәнеүселәре, журналистар ҡатнашты.

Кисә БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары онлайн-конференция ойошторҙо. Унда Баҡалы районының тыуған яҡты өйрәнеүселәре, журналистар ҡатнашты.
Ғалимдар “Без – башҡортлар. Тыуған яҡты өйрәнеүсегә ярҙам” методик проекты хаҡында һөйләне, Баҡалы районы тарихына ҡағылышлы материалдарҙың презентацияһын үткәрҙе.
Сарала Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтындағы Социомәҙәниәт анализы үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы”, “Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙары һәм ауылдары картаһы” проекттары менән таныштырҙы. Ҡыҙыҡһынғандар уларҙы ошо һылтанма буйынса үтеп таба ала: https://vk.com/wearebashkorts.
Сарала шулай уҡ Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин, танылған тарихсы-журналист, тарих фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Шәжәрә” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин сығыш яһаны.
Юрмый, ҡырғыҙ, бүләр, ирәкте ҡәбиләләре төбәге булған Баҡалы районы тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар шулай уҡ http://bashkortlar.ru/ сайтына инеп, мәғлүмәттәр менән таныша ала. Был материалдар үҙ шәжәрәһен төҙөргә теләгәндәргә лә ҙур ярҙам буласаҡ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: