+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 16:51

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете иле” онлайн форматта

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете иле” асыҡ академияһы Башҡортостан Юлдаш телеканалында 15 ноябрҙә онлайн-форматта үтә.

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете иле” асыҡ академияһы Башҡортостан Юлдаш телеканалында 15 ноябрҙә онлайн-форматта үтә.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете иле” - республика ҡатын-ҡыҙҙарын ижади һәм социаль үҫтереү буйынса мәрхәмәтлек проекты. Гүзәл заттар уның аша үҙҙәренең һәләттәрен аса, фекерҙәштәр, яңы эш алымдары табыуҙа, ғаиләһенең тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртеүҙә лә күптәнге хыялдарын тормошка ашыра ала.
Пандемияға бәйле, халыҡ күп йыйылған саралар сикләнелгән. Шуға күрә был юлы ул өс сәғәтлек телемарафон форматында ойошторола.
Академияла һаулыҡ һәм матурлыҡ, балалыҡ һәм әсәлек, сәнғәт һәм стиль, психология һәм үҫеш хаҡында студияға саҡырылған ҡунаҡтар һәм эскперттар фекер йөрөтәсәк. Бәхәс майҙансығына федераль спикерҙар - психолог Михаил Лобковский һәм йырсы Алсу ҙа ҡушыласаҡ.
Телемарафонда алыҫ райондарҙа йәшәгән кешеләр ҙә ҡатнаша ала. Бөгөнгө көндә был проект республиканың 10 төбәгендә офлайн форматта үтте.
Уны 15 ноябрҙә сәғәт 11-ҙә БСТ каналы күрһәтәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: