+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 19:11

337 кешелә пневмония асыҡланған

Республикала тәүлек эсендә 337 ауырыуға “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған (кисә 299 ине).

Республикала тәүлек эсендә 337 ауырыуға “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған (кисә 299 ине). Быны, улай әйтергә яраһа, иң ҙур яңы “рекорд” тиергә була. Шул уҡ ваҡытта үпкә ялҡынһыныуынан һауыҡҡан 360 яҡташыбыҙ стационарҙан сыҡҡан.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 11 ноябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар барлығы 11 871 иҫәпләнә. Кисәле-бөгөнлө COVID-19 йәнә 113 сырхауҙы аяҡтан йыҡҡан.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 300 сирле ята. Ауыр хәлдәгеләр кисәгенән берәүгә күберәк – 27, яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алыусылар әүәлгесә – бишәү. Амбулатор шарттарҙа дауа алыусылар – 524.
Бер тәүлектә 52 кеше, сәләмәтләнеп, дауахананан өйөнә ҡайтҡан. Дөйөм алғанда, 10 984 яҡташыбыҙ был ҡаты сирҙән арыныуға өлгәшкән.
Аҙаҡҡы тәүлектә коронавирустан тағы бер ғүмер ҡыйылған. Республикала инфекция ҡорбандары 63-кә етте...
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: