+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 17:58

Йәш музыканттар көс һынашты

Өфөлә М.Г. Файн исемендәге VI ҡыллы музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды. Уны Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе, “Республиканың киләсәге” балалар ижады һәм үҫеше ассоциацияһы ойошторҙо.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөлә М.Г. Файн исемендәге VI ҡыллы музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды. Уны Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе, “Республиканың киләсәге” балалар ижады һәм үҫеше ассоциацияһы ойошторҙо.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Музыка бәйгеһенә Өфөлә скрипка мәктәбе ойоштороусы, билдәле скрипкасы һәм педагог Моисей Файн исеме бирелгән. Ойоштороусылар тарафынан балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында иң һәләтлеләрҙе асыҡлау, башҡарыу оҫталығына ҡыҙыҡһыныу уятыу, күп милләтле мәҙәниәтте популярлаштырыу бурысы ҡуйылған.
Быйыл конкурс дистанцион форматта үтте. Унда Башҡортостандан ғына түгел, Екатеринбург, Ҡазан, Яр-Саллы, Магнитогорск, Ҡаҙағстандан да йәш башҡарыусылар ҡатнашты.
Сара “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Фото Бәләбәй районы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: