Ҡош киҙеүе таралыу сәбәпле һалҡындар ныҡлап төшөүен көтмәй өйрәк-ҡаҙҙарҙы һуя башлау хәйерле.
Был турала Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы иҫкәртә. Ҡош киҙеүе вирусы әлегә беҙҙә теркәлмәгән, ул күрше төбәктәрҙән үтеп инеүе ихтимал, тигән хәүеф бар.
Рәсәйҙең 11 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостан менән күрше Татарстанда һәм Силәбе өлкәһендә грипп буйынса хәүефле 75 пункт асыҡланған. Башҡортостандың Баҡалы районынан биш саҡрым алыҫлыҡта ла ауырыу сығанағы табылған. Әлеге ваҡытта унда вирустың таралыуын бөтөрөү менән шөғөлләнәләр.
Башҡортостандың ветеринария хеҙмәтендә 8 800 775 58 28 номеры буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй. Ҡоштар ҡапыл ҡырыла башлаған осраҡта шылтыратып, белгестәр менән кәңәшләшергә мөмкин.