-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 18:45

Балалар һөнәр һайлай

Республиканан 18,5 мең 6 – 11 класс уҡыусыһы bilet.worldskills.ru платформаһында үткән һөнәр билдәләү тесын үткән. Был уҡыусылар өсөн “Йәш һөнәрмәндәр (Ворлдскиллс Рәсәй)” союзы тормошҡа ашырған “Киләсәккә билет” проектында ҡатнашыуҙың беренсе этабы булды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Республиканан 18,5 мең 6 – 11 класс уҡыусыһы bilet.worldskills.ru платформаһында үткән һөнәр билдәләү тесын үткән. Был уҡыусылар өсөн “Йәш һөнәрмәндәр (Ворлдскиллс Рәсәй)” союзы тормошҡа ашырған “Киләсәккә билет” проектында ҡатнашыуҙың беренсе этабы булды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Проект сиктәрендә үҫмерҙәр шулай уҡ тәжрибәле остаздар етәкселегендә эштәр башҡара. Әйтәйек, Telegram селтәрендә чат-бот булдыра, лаборатор химик анализ үткәрә, бирелгән туристик объектты таба, йыйылыш ойоштора. БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төбәктә барыһы 61 компетенцияны һайларға мөмкин. Бының өсөн республиканың 24 ҡала һәм районында 59 майҙансыҡ эшләй.
Һөнәр билдәләү сараһынан һуң һәр ҡатнашыусы артабан белем алыу өсөн кәңәштәр ала.
Сара “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә башҡарылған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в