-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 21:09

Ауыр хәлдәгеләр икеләтә артҡан

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 10 ноябргә ҡарата республикала коронавирус менән сирләүселәрҙең дөйөм һаны 11 758 тәшкил итә.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 10 ноябргә ҡарата республикала коронавирус менән сирләүселәрҙең дөйөм һаны 11 758 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 105 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Дауаханаларҙа әле 289 сырхау коронавирусҡа ҡаршы алыша. Ауыр хәлдәгеләр кисә 13 ине, хәҙер 26 булып киткәндәр, бишәүһе – яһалма һулыш аппаратында. Өйҙәрендә табип ҡушҡан дарыуҙарҙы эсеп дауаланыусылар – 475.
Аҙаҡҡы тәүлектә 92 кеше дауахананан сыҡҡан. Коронавирустан һауығыусылар йәмғеһе 11 меңгә етеп килә – 10 932.
Үткән тәүлектә шәфҡәтһеҙ вирустан тағы бер яҡташыбыҙ – Өфәлә йәшәүсе 1947 йылғы ир донъя ҡуйҙы. Уның шәкәр диабетынан, склероздан, ашҡаҙан аҫты биҙе сиренән, хроник пиелонефриттан яфаланыуы ла ковидты еңергә ҡамасаулағандыр, күрәһең.
Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы менән сирләп китеүселәр өс йөҙгә тула яҙҙы – 299. Пневмониянан һауығып, тәүлек эсендә дауахананан ҡайтыусылар – 305.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: