+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 12:20

Ҡарабахта һуғыш туҡтаны

Был турала килешеүгә бөгөн төндә Рәсәй һәм Әзербайжан президенттары Владимир Путин менән Илһам Әлиев, Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.

Был турала килешеүгә бөгөн төндә Рәсәй һәм Әзербайжан президенттары Владимир Путин менән Илһам Әлиев, Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.
Ҡарабах бына инде өс тиҫтә йылға яҡын Кавказдың ҡанһыраған яраһы булып тора. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында оҙайлы бәрелештәрҙән һуң Әжербайжан шаҡтай үҙ биләмәһен, шулай уҡ СССР осоронда был союз республикаһына ҡараған Ҡарабах автономияһын юғалтҡайны. Өс йөҙ илле меңгә яҡын кеше йәшәгән урындарын ташлап китергә мәжбүр булды.
Һуғыш 27 сентябрҙә башланды. Әжербайжан хәрби көстәренең уңышлы һөжүме һөҙөмтәһендә байтаҡ биләмәләрҙән ҡаршы яҡ ҡыҫып сығарылды. Шуша ҡалаһын алыу Әрмәнстан яғын килешеүгә барырға мәжбүр итте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: