+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 23:00

Указда – яңы үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 10 ноябрҙән 30 ноябргә тиклем 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник ауырыуҙары булған кешеләр өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимы билдәләнә. Иҫкәрмә булып 11.00-13.00 сәғәттәрҙә аҙыҡ-түлек, дарыу алыу, финанс ойошмаларына, элемтә салондарына мөрәжәғәт итеү тора.
Был талап эш урындарында булыу үтә кәрәк иҫәпләнгән ойошмалар һәм власть органдары етәкселәренә, хеҙмәткәрҙәренә ҡағылмай. Уларҙың үҙҙәре менән паспорты һәм ойошма тарафынан бирелгән тейешле формалағы ҡағыҙ белешмәһе булырға тейеш. 30 ноябргә тиклем мотлаҡ үҙизоляция режимы шулай уҡ социаль учреждениеларҙағы кешеләргә ҡарата ла һаҡлана.
18 йәшкә тиклемге балалар ата-әсәнән йәки законлы вәкилдәренән башҡа (уларҙың ата-әсәлек хоҡуғын раҫлаған документтары булырға тейеш) сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә йөрөргә тейеш түгел.
Кинотеатрҙар һәм театр-концерт ойошмалары, мәҙәниәт йорттары санитария-эпидемиология ҡағиҙәләрен ҡәтғи күҙәткән осраҡта һәм тамаша залы тулылығы 30 проценттан артмағанда ғына эшләй ала. Төнгө клубтар, дискотекалар һәм шундай башҡа объекттар эшмәкәрлеге ваҡытлыса тыйыла.
Эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙең кәмендә 30 процентын, шул иҫәптән 65 йәштән оло бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе, йөклө ҡатындарҙы һәм хроник ауырыуҙары булғандарҙы дистанцион эш режимына күсерергә тәҡдим ителә.
9 ноябрҙән 22 ноябргә тиклем 1-5-се һәм 11-се класс уҡыусылары мәктәптә уҡыясаҡ. Шулай уҡ бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙең бөтә уҡыусылары һәм дистанцион белем алыуҙы техник яҡтан ойоштороу мөмкин булмаған урындарҙа ла ҡәҙимге режимда шөғөлләнәсәктәр. 6-10 кластар дистанцион уҡыуға күсә.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: