-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 20:59

Тағы ике дауахана корпустары ковид-госпиталь итеп үҙгәртелде

Өфөлә тағы ике дауахананың – һуғыш ветерандары госпиталенең һәм 13-сө дауахананың ҡайһы бер корпустары ковид-госпиталь итеп үҙгәртелде.

Өфөлә тағы ике дауахананың – һуғыш ветерандары госпиталенең һәм 13-сө дауахананың ҡайһы бер корпустары ковид-госпиталь итеп үҙгәртелде. Был турала республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. “Әлеге мәлдә COVID-19-ҙан һәм дауахананан тыш пневмониянан дауалау өсөн биш мең койка үҙгәртелгән, шуларҙың 79 проценты тулы, 21 проценты резервта тора. Кәрәкле була ҡалһа, кәмендә 20 процент буш урындар Өфөлә лә, башҡа ҡала һәм райондарҙа ла бар”, – тине ул.
9 ноябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 11 653 осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә сир 106 ауырыуҙа табылған.
Стационарҙарҙа әле 262 сырхау дауалана, 13-өнөң хәле ауыр килеш ҡала, дүртәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 490.
Аҙаҡҡы тәүлектә 86 яҡташыбыҙ, мәкерле инфекциянан ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан бирле унан һауығыусылар – 10 840.
Үкенескә күрә, коронавирус ҡорбандары тағы артты: улар төбәгебеҙҙә 61-гә етте. Тәүлек эсендә афәт йәнә бер ғүмерҙе алып китте.
Республикала, бөтә илдәге кеүек, үпкә ялҡынһыныуы менән ауырыусылар ҙа күбәйә бара. Һуңғы тәүлектә 266 сырхауға пневмония диагнозы ҡуйылған. Кисәле-бөгөнлө унан сәләмәтләнеүселәр – 258.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: