+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 17:29

Федераль фонд аҡса бүлә

Өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлау федераль фонды Башҡортостандың проблемалы объекттарына 6,7 миллиард һум аҡса йүнәлтә. Ошо көнгә республикала ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтары боҙолған 125 йорт бар. Был төҙөлөштәрҙә кешеләрҙең өлөшләтә ҡатнашыуы тураһында 7 578 килешеү төҙөлгән. Ошо хаҡта хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Күсәрбаев белдерҙе.

Етәксенең әйтеүенсә, ведомство федераль фонд менән берлектә 86 йортҡа ҡарата өҫтәмә эш үткәрәсәк. Фондтың күҙәтеү советы 59 объектты ҡайтанан финанслау хаҡында ҡарар ҡабул итте. Был иһә 3 меңгә яҡын кешенең хоҡуҡтарын ҡабат тергеҙә.
Октябрь аҙағында Өфө районының “Миловский парк”(22 йорт), “Өфө Ҡырымы”(2 йорт) һәм “БашИнвестДом”, “Капитал”ға ҡараған берәр йорт буйынса фонд ыңғай ҡарар ҡабул иткән. 2020 йыл аҙағына тиклем тағы ла 9 йортто ҡайтанан финанслау мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Федераль фонд менән артабан эшләү өсөн унда республика өлөшөн дә арттырыу бурысы тора. Башҡортостан Башлығы был бурысты республика хөкүмәтенә йөкмәтте.
-2024 йылдарға тиклем беҙ алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итергә тейешбеҙ. Был эште туҡтатҡаныбыҙ ҙа юҡ, әммә унда республиканың өлөшө аҙ ине. Федераль фонд арҡаһында ярайһы тос ресурстар бүленә һәм уны ваҡытында файҙаланыу зарур. Берлектәге эш һөҙөмтәһендә меңләгән кеше торлаҡлы буласаҡ,- тине Радий Хәбиров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: