-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 12:31

Эшлекле башҡорт теле - интернетта!

Интернет селтәрендә “Эшлекле башҡорт теле” тигән мобиль ҡушымта эшләй башланы. Был - башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд әҙерләп сығарған уҡыу пособиеһының электрон варианты. Китаптың исем туйы сентябрь айында уҙғайны. Хәҙер мобиль ҡушымтаны сматрфонға ҡуйып донъяның бөтә ерендә лә файҙаланырға мөмкин.

Был проект эшлекле башҡорт теленең морфологик һәм синтаксис характеристикаһын биргән, эшлекле телдә һөйләшеүҙең мәҙәнилеген аңлатҡан уҡыу әсбабе булып тора. Ошонда уҡ авторҙар рәсми-эшлекле лексиканың ҡыҫҡаса рус-башҡорт һүҙлеген, практик күнекмәләр бирә.
- Пособие башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар һәм документтар менән эшләгән етәкселәр өсөн дә файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ. Дөйөм алғанда ла рәсми ҡағыҙҙар менән эшләгән бөтә кешеләр ҙә уны файҙалана ала. Мәҫәлән, мәктәпкә, балалар баҡсаларына ингәндә лә ғаризаны башҡорт телендә тултырыу өлгөләре бар, - ти фондтың “Фән” йүнәлеше белгесе Рита Аҡбулатова.
Билдәле булыуынса, был проект Республика Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды.
Аndroid операция системаһын файҙаланыусылар өсөн : https://play.google.com/store/apps/details?id=com.bashlang&hl=ru&gl=US
ios файҙаланыусылар өсөн : https://apps.apple.com/ru/app/деловой-башкирский-язык/id1538449912 .
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в