+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 18:11

Балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале тамам

II Республика балалар һәм йәштәр театрҙары онлайн фестиваленә йомғаҡ яһалды. Проект “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

II Республика балалар һәм йәштәр театрҙары онлайн фестиваленә йомғаҡ яһалды.
Проект “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Йәштәр театрҙары араһында гран-приға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” студент халыҡ театры лайыҡ булған. Режиссеры – Илнур Лоҡманов.
Балалар театрҙары араһында юғары бүләкте Белорет ҡалаһының “Надежда “Д” өлгөлө театр-студияһы алған. Режиссеры – Юлия Жерякова.
Беренсе урынға балалар театрҙары араһында Әбйәлил районының “Күбәләк” өлгөлө театры (режиссеры – Марс Сәйетғәлин), Ауырғазы районының “Экос” өлгөлө театр-студияһы (режиссеры – Рәмил Насиров) сыҡҡан.
Йәштәр театрҙары араһында тәүге урынды Бәләбәй районының “Браво” халыҡ йәштәр театр-студияһы (режиссеры – Олег Данилин), Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Театр + ЭМ” студент театры (режиссеры – Светлана Щетинина) алған.
Шулай уҡ II һәм III дәрәжә лауреаттар ҙа билдәләнгән.
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, проектта 22 балалар һәм 17 йәштәр студент театры ҡатнашҡан. Быйыл ул пандемия арҡаһында онлайн форматта үткән. Эштәрҙе республиканың билдәле театр әһелдәре баһалаған.
Фото “Ҡорос” студент халыҡ театрының социаль селтәрҙәге төркөмөнән алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: