+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 11:05

Бөгөн Мәскәүҙә Михаил Жванецкийҙы һуңғы юлға оҙаталар

Үткән йома көнө, 6 ноябрҙә, яҙыусы-сатирик Михаил Жванецкий арабыҙҙан китте.

Үткән йома көнө, 6 ноябрҙә, яҙыусы-сатирик Михаил Жванецкий арабыҙҙан китте.
Уға 86 йәш ине. Президент Владимир Путин мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. “Михаил Михайлович һәләтле, бик талатлы һәм мөләйем кеше, ысын Оҫта ине. Уның хикәйәләре, афоризмдары, тапҡыр һүҙҙәре тотош дәүерҙең символына әүрелде. Ул етди һәм бик мөһим әйберҙәр тураһында юмор менән әйтә белде. Нәҡ шуның өсөн уны кешеләр эскерһеҙ яратты – Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә. Михаил Михайлович Жванецкий тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡланасаҡ беҙҙә”, - тигән ил башлығының һүҙҙәре Кремелдең рәсми сайтында килтерелә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: