+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 21:28

Ҡаҙ өмәләрен ашыҡтырыу кәрәк!

Ҡош киҙеүе Башҡортостан сигенә етте. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Илшат Фәйзрахманов әйтеүенсә, 2020 йылдың башынан Рәсәйҙең 11 төбәгендә 75 ҡош киҙеүе осрағы теркәлгән. Был үткән йылдағы күрһәткестәрҙән байтаҡҡа юғары. Киҙеү күршеләрҙә – Силәбе өлкәһендә, Татарстанда теркәлгән.
Ҡош киҙеүенең таралыуы төбәктән ҡош-ҡорт продукцияһын сығарыу буйынса ҡаты сикләүҙәргә алып киләсәк. Был республиканың ауыл хужалығы өлкәһендә ҙур юғалтыуға килтерәсәк.
Был хәлдәргә бәйле БР Ауыл хужалығы министрлығы ҡош-ҡортто тышта йөрөтмәҫкә һәм ҡаҙ өмәләрен оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәңәш итә. Ҡош-ҡорт продукцияһы алғанда ветеринар хеҙмәте менән кәңәшләшеү кәрәк. Был ҙур етештереүселәргә лә, шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарға ла ҡағыла.
Фото БР Башлығының рәсми сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: