Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһы тағы ла 101 кешелә асыҡланған. Шулай итеп, 8 ноябргә ҡарата уны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 11 547-гә етте.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 261 сырхау дауалана. Табиптар ауыр хәлдәге 14 яҡташыбыҙҙы ҡотҡарыу өсөн көнө-төнө көрәшә, дүртәүһен яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булғандар. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 472.
Аҙаҡҡы тәүлектә COVID-19 вирусын еңгән 78 кеше дауахананан сығарылған. Был сирҙән һауығыусылар барлығы 10 754 иҫәпләнә.
Үткән тәүлектә коронавирустан бер үлем осрағы теркәлгән – шәфҡәтһеҙ вирус 1964 йылғы ирҙең ғүмерен өҙгән. Ул юғары ҡан баҫымынан, аорта атеросклерозынан да интеккән, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Аяуһыҙ сир ҡорбандары хәҙер 60 булып китте.
Кисәле-бөгөнлө дауахананан тыш пневмония менән ауырып китеүселәр – 273. Һуңғы тәүлектә үпкә ялҡынһыныуынан сәләмәтләнгән 245 кеше стационарҙан өйөнә ҡайтҡан.