+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 14:10

Туған телде өйрәнеүгә сиктәр юҡ

Сверловск өлкәһе Каменск-Уральск ҡалаһының милли мәҙәниәттәр үҙәге башҡорт теле буйынса дәрестәр ойоштороуға Башҡортостан Башлығы грантын отто. Был - иһә башҡорт теле йылы сиктәрендә туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән Хөкүмәт ҡарарҙарын республикала ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырыу өлгөһө.

Ошо сара сиктәрендә, милли мәҙәниәттәр үҙәге туған телдәрҙе өйрәнергә теләүсе милләттәштәребеҙҙе аҙнаһына өс тапҡыр үҙендә йыя. Каменск-Уральск ҡалаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Юлиә Рамаҙанова билдәләүенсә, дәрестәр факультатив формаһында ойошторола. Ҡурсаланыу көндәренә бәйле онлайн, интернеттағы төркөмдә офлайн форматта ла бара.
Свердловск өлкәһендә ошоғаса башҡорт теле ун йыл дуамында Шәкүр, Үрмәкәй, Өфө-Шигири мәктәптәрендә туған тел булараҡ уҡытылған. Хәҙер иһә ул төрлө гранттар аша яҡланған проекттар буйынса ғына өйрәнелә. Үрге Пышма ҡалаһындағы берҙән-бер йәкшәмбе мәктәбе лә ябылған.
- Башҡортостан Башлығы грантына туған телебеҙҙә дәрестәр ойоштороу мөмкинлеге тыуҙы. Үрге Пышмала йәкшәмбе мәктәбен кире асһаҡ, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, - тине Сверловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Төмәнцева.
Бөгөн телдәр өйрәнеү өсөн сиктәр юҡ. Теләгән кешеләргә интернет киңлектәре, социаль селтәрҙәр, онлайн осрашыуҙар киң мөмкинлектәр бирә. Башҡортостанда бындай формат әле үк практикалана. Республиканың фән һәм мәғариф министрлығы һәр кесаҙна онлайн дәрестәр ойоштора. Унда Ҡурған, Ырымбур, Силәбе, Свердловск башҡорттары ғына түгел, океан артында йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә ҡушыла.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: