+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 17:58

Өс көн рәттән берәр ғүмер өҙөлә

Республикабыҙҙа коронавирус арҡаһында һуңғы өс көн рәттән берәр ғүмер өҙөлә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфөлә йәшәүсе 1949 йылғы уҙамандың вафат булыуы хаҡында хәбәр итә.

Республикабыҙҙа коронавирус арҡаһында һуңғы өс көн рәттән берәр ғүмер өҙөлә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфөлә йәшәүсе 1949 йылғы уҙамандың вафат булыуы хаҡында хәбәр итә. Хроник бронхит һәм йөрәк ауырыуы, пневмосклероз – ул ошо сирҙәрҙән дә интеккән булған икән. Унан алда 42 һәм 52 йәшлек ике ҡатын донъя ҡуйғайны.
6 ноябргә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 11 343 тәшкил итә. Аҙаҡҡы тәүлектә сир 99 ауырыуҙа билдәле булған. Стационарҙарҙа ятыусылар әле – 266. Шуларҙың 13-ө ауыр хәлдә, өсәүһен табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 494.
Тәүлек эсендә 201 кеше, инфекциянан һауығып, дауахананан ҡайтҡан. Эпидемия башланғандан бирле 10 525 яҡташыбыҙ был шәфҡәтһеҙ сирҙән сәләмәтләнеүгә өлгәшкән.
Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы менән ауырып китеүселәр бигерәк тә күп теркәлгән – 297. Пневмониянан ҡотолоп, үткән тәүлектә дауахананан сығыусылар – 282.
Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡларға тырышығыҙ, ҡәҙерле ҡәрҙәштәребеҙ!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: