+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 11:15

Пенсияға ауыл өҫтәмәһе алаһыңмы?

Башҡортостанда пенсияға ауыл өҫтәмәһе уртаса 1421 һум тәшкил итә.

Башҡортостанда пенсияға ауыл өҫтәмәһе уртаса 1421 һум тәшкил итә.
Уны 55 мең кеше ала, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондынан. Ауыл хужалығында 30 йылдан ашыу эшләп хаҡлы ялған сыҡҡандар (хәҙерге ваҡытта эшләмәгән) өсөн 2019 йылдың 1 ғинуарынан 25% өҫтәмә түләнә.
Пенсия фондында билдәләүҙәренсә, ауыл хужалығында эш стажын иҫәпләү өсөн Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарарында раҫланған эштәр, производстволар, һөнәрҙәр, вазифалар исемлеге ҡулланыла. Биш йөҙҙән ашыу һөнәр буйынса колхоз-совхоздарҙа һәм башҡа ауыл хужалығы ойошмаларында эшләү иҫәпкә алына. 1992 йылға тиклем эшләү ауыл стажына индерелә.
Өҫтәмәнең уртаса суммаһы – 1421 һум (шуға ярашлы, совет осоро ауыл хужалығы эшсәненең уртаса пенсияһы – яҡынса 5,7 мең һум, өҫтәмә менән – 7,2 мең һум самаһы).
Читайте нас: