+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 19:23

Мәктәптәрҙең эш режимы билдәләнде

Башҡортостан Башлығы оператив штаб ултырышында республика биләмәләрендә вирустың таралыуын сикләү маҡсатында, 9-22 ноябргә тиклем мәктәптәрҙең эш режимын билдәләне.

Башҡортостан Башлығы оператив штаб ултырышында республика биләмәләрендә вирустың таралыуын сикләү маҡсатында, 9-22 ноябргә тиклем мәктәптәрҙең эш режимын билдәләне.

Оператив штаб ағзалары ҡарар ҡабул иткәндә, һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең тәҡдимен иҫәпкә алды.

Был осорҙа 1-5 кластар һәм сығарылыш 11 класс уҡыусылары ҡәҙимге мәктәп режимында белем аласаҡ, ә 6-10 кластар дистанцион уҡыуға күсереләсәк.

Башҡортостандың аҙ комплектлы мәктәптәрендә уҡыған балалар офлайн форматта белем алыуын дауам итәсәк.

Өҫтәмә белем биреү учреждениелары ике аҙналыҡ дистанцион режимға күсерелә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: