-21 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 17:07

Комбайнды – грантҡа

Баҡалы районынан Илшат Кәлимуллин өс миллион һумлыҡ грантты комбайн алыр өсөн тотонған.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Баҡалы районынан Илшат Кәлимуллин өс миллион һумлыҡ грантты комбайн алыр өсөн тотонған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам итеү һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уның сиктәрендә крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырыу һәм үҫтереү өсөн грант алырға мөмкин.
“Быйыл “Агростартап” конкурсында ҡатнашыу өсөн Баҡалы районынан ете ғариза тапшырылды. Бәйге комиссияһы улар араһынан Ҡуштирәк ауылында йәшәгән Илшат Кәлимуллиндың проектын иң яҡшыһы тип тапты”, – ти Баҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Миләүшә Риянова.
Грантҡа килгән өс миллион һумды Илшат Ҡайман улы “Агромаш-3000” комбайны алыуға тотонған.
Кәлимуллиндар ғаиләһе район халҡына яҡшы таныш. Илшаттың атаһы Ҡайман Сафа улы оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәт иткән, алдынғылар рәтендә булған. Улдары Булат менән Илшатта ла ул ер эшенә һөйөүҙе тәрбиәләгән. Булат умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә. Илшат – уҡытыусы. Шулай ҙа ул атаһына, ағаһына ярҙам итә.
Тәжрибәле умартасылар күпләп бал алыр өсөн яландарҙа бал биреүсе үҫемлектәр сәсеү кәрәклеген аңлай. Үҙҙәренең пай ерҙәренә туғандарыныҡын, дуҫтарыныҡын, үҙҙәре кеүек умартасыларҙыҡын ҡушып, бал биргән үҫемлектәр сәсәләр. Артабан иген культураларын да сәсә башлайҙар. Яңы комбайн алыу өсөн ауыл ерендә йәшәгән фермерҙарға ярҙам итеү буйынса дәүләт программаһында ҡатнашырға булалар. Район хакимиәте, ауыл хужалығы идаралығы, финанс бүлеге ярҙамында бизнес-план төҙөлә, “Агростартап” конкурсында ҡатнашыр өсөн ғариза тапшырыла. Илшат Ҡайман улы уны яҡлап сығыш яһай һәм еңеү яулай. Программа шарттарына ярашлы, ул крәҫтиән-фермер хужалығын теркәгән. Ниәттәре – яңы эш урындары булдырыу, сәсеү майҙандарын һм етештереү күләмен арттырыу.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в