+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 10:50

Австрия Канцлеры Курц менән телефондан һөйләшкән

Рәсәй Президенты Владимир Путин Австрия Канцлеры Себастьян Курц менән телефондан һөйләшкән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Австрия Канцлеры Себастьян Курц менән телефондан һөйләшкән.
Ике ил башлығы дәүләт-ара мөһим проблемалар тураһында фекер алышты, тип белдерә Кремелдең матбуғат хеҙмәте. Шул иҫәптән һөйләшеү коронавирус инфекцияһының таралыу проблемаһына ла ҡағылған.
Венала 2 ноябрҙәге террор актына бәйле теләктәшлек күрһәткәне һәм ил халҡының ҡайғыһын уртаҡлашҡан өсөн Австрия Канцлеры Рәсәй Президентына рәхмәтен белдерҙе, тиелә килтерелгән хәбәрҙә.
Телефон һөйләшеүе Австрия Канцлеры Себастьян Курц инициативаһы менән ойошторолған икән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: