Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 6 ноябрҙә Башҡортостандың һәм Үзбәкстандың фәнни эшмәкәрҙәре, ведомство һәм министрлыҡ вәкилдәре ҡатнашлығында халыҡ-ара онлайн брифинг ойоштора.
“Башҡорттар тарихи тыуған иленән ситтә: яҡлау механизмы һәм хеҙмәттешлек потенциалы” тигән сара Үзбәкстанда йәшәүсе башҡорттар проблемаларына, милләттәштәребеҙ был дәүләттең үҫешенә индергән өлөшө хаҡында буласаҡ.
Шулай уҡ брифингта Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе һәм сит илдәрҙә йәшәүсе башҡорт йәмәғәт ойошмаларының активистары һәм етәкселәре лә саҡырыу алды. Әле унда Канада, Италия, Швейцария, Белоруссияла йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡатнашыу теләген белдерҙе.
Брифинг Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән ойошторола.