-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 20:50

Йәшен дә, ҡартын да аямай

Коронавирус инфекцияһы йәшен дә, ҡартын да аямай: афәт тағы бер яҡташыбыҙҙың – 52 йәшлек ҡатындың ғүмерен алып китте.

Коронавирус инфекцияһы йәшен дә, ҡартын да аямай: афәт тағы бер яҡташыбыҙҙың – 52 йәшлек ҡатындың ғүмерен алып китте. Ул, ковидтан тыш, йөрәк ауырыуынан, юғары ҡан баҫымынан да яфаланған, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Унан алда ғына 42 йәшлек ханым вафат булғайны...
Эпидемия башланғандан алып 5 ноябргә тиклем республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусылар 11 244-кә етте. Тәүлек эсендә 96 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Стационарҙарҙа әле 260 сырхау ковид-19-ға ҡаршы көрәшә. 16-һының хәле ауыр, өсәүһен яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар. 599 сирле табип тәғәйенләгән дауаларҙы өйөндә ала.
Һуңғы тәүлектә 22 кеше дауахананан сыҡҡан. Шәфҡәтһеҙ вирустан ҡотолоусыларҙың дөйөм һаны – 10 324.
Үпкә ялҡынһыныуы диагнозы кисәле-бөгөнлө 223 ауырыуға ҡуйылған. 196 яҡташыбыҙ үткән тәүлектә, унан һауығып, дауахананан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: