+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 21:59

Туймазылағы киҫкен хәл күҙәтеүгә алынған

Туймазы районының Серафимовский балалар йортоноң педагогтары учреждениела ковид сиренең көсәйеүен хәбәр иткән. Был мөрәжәғәтте социаль селтәрҙә йәмәғәтсе Аксель Гросс яҙып сығарған.

Туймазы районының Серафимовский балалар йортоноң педагогтары учреждениела ковид сиренең көсәйеүен хәбәр иткән. Был мөрәжәғәтте социаль селтәрҙә йәмәғәтсе Аксель Гросс яҙып сығарған.

Учреждение хеҙмәткәре раҫлауынса, балалар йорто коллективы сирҙе медиктарҙан йоҡторған. Әлеге ваҡытта унда бик күп бала сирләй.

Интернатта 300 бала йәшәй, уларҙың 50-һе паллиатив төркөмгә ҡарай. Учреждениела ковид сиренең таралыуы, ябай санитар-эпидемиологик нормаларҙың үтәлмәүе бындай социаль ҡатлам өсөн күрәләтә үлемгә барыуға тиң, тигән педагог.

Әлеге көндә педагогтар Башҡортостан Башлығы, республика прокуратураһына мөрәжәғәт иткән. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, балалар йортондағы хәл күҙәтеүгә алынған. Ведомствоның социаль инфраструктура үҫеше һәм инвалидтарҙы интеграциялау идаралығы етәксеһе Булат Дәүләтханов әйтеүенсә, бөгөнгә бер баланың тән температураһы булыуы билдәле. Апрель айынан учреждениела вахта ысулы режимы индерелгән. Әле 15-се смена эшкә тотонған.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең талаптарына ярашлы, бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә һаҡланыу сараларында эшләргә тура киләсәк. Быны ишеткән персоналдың ҡайһы берҙәре эштән китеүгә ғариза яҙған. Тимәк, интернатҡа башҡа учреждениеларҙан ярҙам кәрәк буласаҡ.
Рәсәйҙең башҡа ошондай типтағы учреждениелары кеүек, бында ла ковид сиренән тулыһынса һаҡланып булмай. Әлеге мәлдә бөтә балаларҙан тест алынған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: