+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 18:13

Парк, сквер, аллея, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөләсәк

Йәрмәкәй районы үҙәгендә “Дуҫлыҡ” паркы булдырылған. Бөгөн инде ул халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән. Бында йәштәрҙе лә, арба һөйрәгән әсәләрҙе лә осратырға мөмкин. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Йәрмәкәй районы үҙәгендә “Дуҫлыҡ” паркы булдырылған. Бөгөн инде ул халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән. Бында йәштәрҙе лә, арба һөйрәгән әсәләрҙе лә осратырға мөмкин.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Беҙ Өфөләге парктар һәм йәмәғәт урындарына ҙур иғтибар бүләбеҙ. Әммә район үҙәктәрен иғтибар үҙәгенән төшөрөп ҡалдырһаҡ, дөрөҫ булмаҫ ине. Ауыл ерҙәрендә йәшәүселәр ҙә беҙҙән парк һәм скверҙар төҙөүҙе һорай. Әлегә беҙ быны ҙур ауылдарҙа ғына башҡарабыҙ. Мәҫәлән, Йәрмәкәй ауылында ике йыл эсендә “Дуҫлыҡ” паркы төҙөнөк”, – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
2021 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тағы ла 129 биләмәне төҙөкләндереү ниәтләнә, тип белдерҙе республика Башлығы. Бында республиканың ҡалаларындағы һәм район үҙәктәрендәге парктар, скверҙар, аллеялар, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары инә.
Фото Радий Хәбировтың фейсбуктағы сәхифәһенән алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: