+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 15:15

Лукашенко нефть ятҡылығы һатып алырға уйлай

Белоруссияла нефть тә, тәбиғи газ да табылмай.

Белоруссияла нефть тә, тәбиғи газ да табылмай.
Шуға ла күрше Союз дәүләт энергия сығанағын Рәсәйҙән һатып ала. Нефть менән газды үҙең тапһаң осһоҙораҡ, әлбиттә. Белоруссия башлығы Александр Лукашенко Рәсәй Президенты Владимир Путин менән телефондан һөйләшкәндә нефть ятҡылығы һатып алыу тураһында тәҡдим индергән. Был фекерҙе беҙҙең ил етәксеһе хуплаған. Был хаҡта
күрше дәүләт президентының рәсми сайтында хәбәр итәләр.
Тәҡдим ентекле өйрәнеләсәк һәм киләһе осрашыуҙарҙа тағы бер тапҡыр тикшереләсәк, тип әйтелә рәсми белдереүҙә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: