“Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулын йөрөткән 46 йәшлек Эльбрус Ниғмәтуллин 36 тонналыҡ «Боинг-737-500» самолетын һөйрәп йөрөттө, уны 44,58 секунд эсендә 25 метрға күсерҙе. Бәһлеүән үҙенең рекордын Өфө ҡалаһының элекке башлығы, мәрхүм Өлфәт Мостафинға бағышланы.