+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 19:23

Черниковкала – яңы таратыу пункты

“Һөт кухняһы” Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә яңы таратыу пункты аса. Черниковская урамының 51-се йортонда урынлашҡан пункт 11 ноябрҙә эшләй башлаясаҡ.

“Һөт кухняһы” Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә яңы таратыу пункты аса. Черниковская урамының 51-се йортонда урынлашҡан пункт 11 ноябрҙә эшләй башлаясаҡ.
Бында 435 өс йәшкә тиклемге балалар, шулай уҡ бәпес көткән, сабыйын күкрәк һөтө менән туйындырған ҡатын-ҡыҙҙар һөт аҙыҡтары, ҡоро ҡатнашмалар аласаҡ.
Бөгөн “Һөт кухняһы” БР дәүләт автоном учреждениеһы ете етештереү майҙаны булдырған. Уларҙа көнөнә биш тоннаға тиклем һөт эшкәртелә. 101 таратыу пункты эшләй. Уларҙың 45-ендә һөт аҙыҡтарын бушлай алыуҙан тыш, һатып алыу мөмкинлеге лә бар. Шулай уҡ “Һөт кухняһы”ның ризыҡтарын “Байрам”, “Йәрминкә”, “Дворик”, “Әфлисун”, “Аҡсарлаҡ”, “Стерх” сауҙа үҙәктәрендә һатып алырға була.
БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле һөт ризыҡтарын 22511 бала, 619 бәпес көткән һәм күкрәк һөтө имеҙгән ҡатын льгота буйынса
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: