-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2020, 20:28

Уға ни бары 42 йәш булған...

Республикабыҙҙа коронавирусҡа ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәр көн дә борсоуға һала: COVID-19-ҙан вафат булыусылар 56-ға етте. Унан ни бары 42 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән.

Республикабыҙҙа коронавирусҡа ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәр көн дә борсоуға һала: COVID-19-ҙан вафат булыусылар 56-ға етте. Унан ни бары 42 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Өфөлә йәшәүсе был ханым, коронавирустан тыш, хроник бронхиттан һәм пиелонефриттан, артыҡ ауырлыҡтан интеккән булған.
4 ноябргә ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 11 148. Тәүлек эсендә сир 97 ауырыуҙа асыҡланған.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа ятыусылар – 261. Ауыр хәлдәгеләр кисәгесә ҡала – 17, яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алыусылар ҙа шулай уҡ әүәлгесә – өсәү. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 529.
Аҙаҡҡы тәүлектә 208 кеше, һауығып, дауахананан сыҡҡан. Эпидемия башланғандан алып 10 302 яҡташыбыҙ был шәфҡәтһеҙ вирустан ҡотолған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үпкәләре ялҡынһынған сырхауҙар ҙа көндән-көн күбәйә. Һуңғы тәүлектә 279 ауырыуға пневмония диагнозы ҡуйылған, 267 кеше, унан сәләмәтләнеп, дауахананан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: