+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2020, 01:12

Антибиотиктарға ҡытлыҡ ни өсөн тыуған?

Уҙған аҙнала дарыуханаларҙа антибиотиктарға ҡытлыҡ тыуыуы халыҡта ҙур борсолоу уятҡайны. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин препараттар менән өҙөклөктәр дарыуҙарҙы маркировкалау камил булмауы арҡаһында килеп сығыуын аңлатты.

Уҙған аҙнала дарыуханаларҙа антибиотиктарға ҡытлыҡ тыуыуы халыҡта ҙур борсолоу уятҡайны. Коронавирус инфекцияһына ҡағылышлы брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин препараттар менән өҙөклөктәрҙең дарыуҙарҙы маркировкалау камил булмауы арҡаһында килеп сығыуын аңлатты. Антибактериаль препараттарҙы мотлаҡ теркәү һәм маркировкалауҙы ваҡытлыса туҡтатып тороу хаҡында ҡарар ҡабул ителгән булған. Хәҙер антибиотиктар “Башфармация”ның бөтә дарыуханаларында, “Госаптека”ларҙа, башҡа дарыуханаларҙа бар, тине министр. Препараттар, әлбиттә, тик рецепт буйынса, йәғни табип тәғәйенләүе буйынса ғына һатыла.
Дарыуҙар хаҡы, уларҙың булыуы хаҡындағы мәғлүмәтте берҙәм белешмә хеҙмәте телефоны буйынса алырға мөмкин: 8(800)347-47-47.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: