+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2020, 11:20

4 ноябрь – берҙәмлек байрамы

Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйбеҙ. Был байрам 1612 йылда Минин менән Пожарский халыҡ ополчениеһының Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү символы булып тора.

Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйбеҙ. Был байрам 1612 йылда Минин менән Пожарский халыҡ ополчениеһының Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү символы булып тора.
Илебеҙ тарихының яңы осоронда барлыҡҡа килгән байрамда Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге, ҡаһарманлығы, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда бер бөтөн булып туплана алыуы сағыла. Дүрт быуаттан ашыу элек булған ваҡиға Рәсәйҙең бөтә халыҡтарын да берләштерә. Уның асылы Рәсәйҙең ысын көсө милләттәр төрлөлөгөндә һәм берҙәмлегендә икәнен күрһәтә.
Башҡортостан яугирҙәренең дә азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы тарихтың сағыу бер бите булып тора. Рус дәүләтенә ҡушылғандан алып ир-азаматтарыбыҙ Рәсәй алып барған барлыҡ һуғыштарҙа ла яу сапты. 1812 йылғы Ватан һуғышында Наполеонға ҡаршы 28 полк ҡуя халҡыбыҙ. Яугирҙәребеҙ 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында үҙҙәрен данға күмде. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышсылары илебеҙҙең хәрби ҡаһарманлыҡ тарихына айырым бит яҙҙы. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам иткән көндәрҙә дивизия командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүен халҡыбыҙ ҙур шатлыҡ менән ҡабул итте.
Республикабыҙҙа бөгөн 160 ашыу милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең күркәм традициялары, ҡабатланмаҫ мәҙәни үҙенсәлектәре бар. Башҡорттар, рустар, татарҙар, сыуаштар, мордва һәм мариҙар, башҡа милләт вәкилдәре өсөн милли ҡомартҡыларын, үҙ телен һаҡлау һәм үҫтереү мөмкинлеге тыуҙырылған. Быларҙың барыһы ла – татыулыҡ һәм халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ миҫалдары.
Берҙәм тырышлыҡ менән Башҡортостаныбыҙҙың, дөйөм дәүләтебеҙҙең ҡеүәте арта, көнүҙәк проблемалар хәл ителә, халыҡтың тормошо яҡшыра. Бөгөнгө байрам иһә беҙҙең гражданлыҡ тойғоларыбыҙҙы нығыта, барыбыҙҙы ла берләштерә. “Тик, оло быуын традицияларына һәм яңыса фекерләүгә таянып, берлектә киң масштаблы бурыстарҙы хәл итә, ҡатмарлы заман саҡырыуҙарына ҡаршы тора алырбыҙ”, - тине үҙенең Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлауында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Эйе, 4 ноябрь рәсәйлеләр өсөн артабан да әһәмиәтле, гражданлыҡ һәм рухи берҙәмлек көнө булып ҡалалыр, тип ышанабыҙ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: