Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан “Ҙур этнография диктанты” тигән халыҡ-ара мәғрифәт акцияһы старт алды. Биш йыл үткәреү дауамында унда 46 илдән 1 200 000 кеше ҡатнашҡан.
Диктант берҙәм осорҙа, 3-нән 8 ноябргә ҡәҙәр, онлайн- форматта үткәрелә. Ул кешеләрҙең этнография өлкәһендә, Рәсәйҙә йәшәгән милләттәр хаҡындағы белемен тикшереүгә, милләт- ара тыныслыҡ һәм килешеүгә киң даирә йәмәғәтселекте йәлеп итеү өсөн ойошторола.
Диктантты Рәсәйҙә, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҙа яҙа ала. Бының өсөн диктанттың рәсми сайтына инеү мотлаҡ: https://miretno.ru/ һәм “Диктантты үтергә” тигән бүлекте һайларға кәрәк.
Унда дөйөм федераль кимәлдәге һәм төбәктәргә ҡағылған һорауҙарға яуап биреү зарур. Яҙыу өсөн 45 минут ваҡыт бүленгән. Тестан һуң шул уҡ сайтта диктантты яҙыу ваҡыты һәм датаһы менән гугл-форма тултырыу талап ителә.
Диктант яҙылғас та электрон форматта ҡатнашыусы сертификаты төҙөлә һәм шунда уҡ һөҙөмтәләр бирелә.
https://docs.google.com/forms/d/1ZhEjHVlMe8mweCmXJLvZqa1p8hPgxDpY7kk99xbp0mY/edit?usp=sharing