+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 14:18

Указға үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек режимы” хаҡындағы указға йәнә үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек режимы” хаҡындағы указға йәнә үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, балаларҙың көҙгө каникулдары 19 октябрҙән 8 ноябргә тиклем оҙайтыла.
2 ноябрҙән юғары уҡыу йорттарында сығарылыш курсы студенттары ғына көндөҙгө бүлектә, ҡалғандары ситтән тороп белем аласаҡ. Бынан тыш вуздар көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп уҡытыу өсөн белем биреү йүнәлештәрен билдәләргә тейеш.
Республика хөкүмәте Башҡортостан ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте менән берлектә ковид сирен диагностикалауҙы арттырыу маҡсатында һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы лабораториялар һанын күбәйтеү буйынса саралар ҡабул итәсәк.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығына түбәндәге кешеләргә ковидҡа мотлаҡ тест үткәреү бурысы ҡушыла:
-Республикаға сит дәүләттәрҙән ҡайтҡан граждандарҙа йоғошло сир билдәләре булһа йәки медицина тикшереүе ваҡытында барлыҡҡа килһә;
-Ковид сирлеләр менән бәйләнештә булып йоғошло сир билдәләре барлыҡҡа килгән йәки эҙемтәләре күренмәгән кешеләргә лә тест үткәрергә;
- “Дауаханан тыш пневмония”, “грипп”, “ОРВИ” диагнозы ҡуйылған кешеләргә;
- Интернаттарҙа, балалар йорттарында һәм лагерҙарҙа, ололар өсөн панционаттарҙа һәм социаль хеҙмәтләндереүҙең башҡа стационар ойошмаларында, сир билдәләре барлыҡҡа килһә хоҡуҡ төҙәтеү учреждениеларында ултырған категорияға;
- Ярҙам һорап мәрәжәғәт иткән 65 йәштән үткән ололарға;
- Хәүеф аҫтында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә;
-Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, холоҡ төҙәтеү колонияларында вахта ысулы менән эшләгән хеҙмәткәрҙәргә;
-балалар төркөмөндә өс һәм унан күберәк сир билдәләре, шул иҫәптән ковидҡа хәүеф булғанда ;
Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министрлығына тест һөҙөмтәләрен 24 сәғәт эсендә әҙерләп биреү бурысы ла йөкмәтелде.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: