+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 19:27

Тағы 95 яҡташыбыҙ ауырыған

Республикала COVID-19-ҙы йоҡтороусылар тәүлек һайын арта бара: кисәле-бөгөнлө вирус йәнә 95 сырхауҙа асыҡланған.

Республикала коронавирус йоҡтороусылар тәүлек һайын арта бара: 3 ноябргә ҡарата уларҙың дөйөм һаны 11 051 булып китте. Кисәле-бөгөнлө вирус йәнә 95 сырхауҙа асыҡланған.
Күпселек ауырыуҙар (654) өйөндә дауалана. Дауаханаларҙа ятыусылар – 248. Шуларҙың 17-һенең хәле ауыр, өсәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
Тәүлек эсендә, сәләмәтләнеп, дауахананан сығыусылар – 208. Дөйөм алғанда, 10 094 кеше коронавирустан ҡотолоуға өлгәшкән.
Пандемия башланғандан бирле мәкерле вирус барлығы 55 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө.
Үпкәләре ялҡынһынып, ауырып китеүселәр һуңғы тәүлектә бигерәк тә күп өҫтәлгән – 266. Кисәле-бөгөнлө пневмониянан һауығып, дауахананан өйөнә ҡайтыусылар – 255.
Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡларға тырышығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: