+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 19:05

Һәләтле балалар өсөн конкурс

“Артек” халыҡ-ара балалар үҙәге базаһында “Ҙур тәнәфес” уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсының финалы бара. Конкурсҡа Рәсәй Президенты Владимир Путин да иғтибар йүнәлтте. Ул онлайн режимда бәйге финалистары менән осрашты.

Башҡортостандан финалда 17 уҡыусы ҡатнаша. Улар ике педагог оҙатыуында Симферополь ҡалаһында юлланды. Уҡыусыларҙың барыһы ла ковидтан һаҡланыу саралары күрҙе, тейешле анализдар тапшырып юлға сыҡты.
Конкурстың финалы 31 октябрҙән 5 ноябргә тиклем дауам итәсәк. “Ҙур тәнәфес” конкурсы Бөтә Рәсәй уҡыусылары өсөн онлайн форматта уҙғарылды. Уны уңышлы үткән балаларға үҙҙәренең һәләттәрен үҫтереү өсөн яңы шарттар асыла, заманса программалар менән эшләү мөмкинлеге арта.
Конкурстың тәүге этабын үткән уҡыусылар сертификат, ә финал этабында еңеүселәр- шәхси үҫеш һәм белем алыуға “Балалар капиталы” менән бүләкләнә.
Финал этапта ҡатнашҡан педагогтар белемен камиллаштырыу буйынса танытма ала һәм белем биреү программаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Конкурста ҡатнашҡан иң яҡшы 20 мәктәптең приз фонды- 2 000 000 һум.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: