+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 19:41

Баш ашнаҡсыларҙан өйрәнәйек

Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған аш-һыу флешмобы бара. “Тәмле, милли” акцияһына һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә #ВкусноНациональноБашкортостан хэштэгы аҫтында үҙегеҙ яратҡан милли ризыҡтың рецебын ҡуйыу кәрәк.

Өфө ресторандарының баш ашнаҡсылары башҡорт милли аш-һыуы рецептары менән бүлешә. “Дуҫлыҡ” ресторанының (@duslykufa) баш ашнаҡсыһы Доно Әбдерәҡибова тура эфирҙа “Һабантуй” турамаһын әҙерләү нескәлектәре хаҡында һөйләне. “Гастротур” рестораны (@gastrotur_ufa) баш ашнаҡсыһы Татьяна Дымова “Башҡортса турама” менән “Хандарса ҙур бәлеш” әҙерләп күрһәтте.
Иртәгә 12.00 сәғәттә “Огонь” ресторанының баш ашнаҡсыһы Павел Киселев (@pavel_kitche) ҡыҫтыбый эшләүҙең үҙе уйлап тапҡан ысулы менән бүлешәсәк. 18.00 сәғәттә “Баллы армыт емеше (груша)” десерты әҙерләү рецебы менән “Восток” ҡунаҡханаһының баш ашнаҡсыһы Марина Сәлихова уртаҡлашасаҡ. 19.00 сәғәттә “Монако” рестораны баш ашнаҡсыһы Максим Лазарев (@lazarevchef) башҡорт бишбармағы әҙерләү тураһында һөйләйәсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: