+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 16:27

Ауыл эшсәндәре бүләкләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ- түлек индустрияһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ- түлек индустрияһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында- механизаторҙар, тракторсылар, хужалыҡ һәм предприятие етәкселәре, агрономдар, малсылар бар. 38 кеше почетлы исемдәр, орден- миҙалдар алды.
- Байрам көнөндә ошо кешеләрҙең барыһына шәхсән рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Быйыл улар баҫыуҙарҙан юғары уңыш йыйып алды- барлығы 4 миллион тонна иген һуғылған. Былтырғы күрһәткестәрҙән 800 мең тоннаға күберәк.
Бөгөнгө шарттарҙа ла аграрийҙар тиҙлекте кәметмәй. Туғыҙ ай эсендә ауыл хужалығын етештереү 4 процентҡа артты. Был тармаҡ элеккесә инвесторҙарҙа ла иғтияж менән файҙалана.
Артабан да ауылда йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Социаль обьекттар, торлаҡ һәм әлбиттә юлдар төҙөлөшөнә иғтибар буласаҡ. Шулай уҡ сифатлы белем алыу һәм медицина ярҙамы, ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, ижади үҫеш өсөн шарттар булдырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуябыҙ, -тине Радий Фәрит улы ауыл эшсәндәренә йүнәлтелгән ҡотлау адресында.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: