3 ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Мегастрой” гипермаркеттар селтәре БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында эшкәртеү өсөн икенсел сеймалды ҡабул итеү буйынса акция башлай.
#миллипроект #нацпроект #национальныйпроектБашкортостан
Киренән эшкәртеү өсөн ҡағыҙ, ҡатырға, пластик һауыт-һаба, көнкүреш химияһынан бушаған пластик банкалар, полиэтилен һәм башҡа төрлө әйберҙәрҙе тапшырырға мөмкин. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, икенсел сеймалды Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 36-сы һанлы йортҡа алып килергә була.
Гипермаркеттар эсендә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу юлы менән етештереү барышында экологик хәүефһеҙлекте арттырыу, һауаны һәм һыуҙы бысратыусы сәнәғәт ҡалдыҡтарын сығарып ташлауҙы, сүп-сар барлыҡҡа килеүҙе кәметеү – компанияның экологик сәйәсәтенең төп маҡсаты, тип билдәләй ойоштороусылар.
– Бөгөн компания эшен социаль йүнәлештә киңәйтергә әҙер. Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙе тәбиғәт ресурстарын һаҡлауға, шулай уҡ санкцияланмаған сүплектәр һанын кәметеүгә үҙ өлөшөн индерергә саҡырабыҙ, – ти гипермаркеттар селтәренең PR-менеджеры Рената Исмәғилева.
Был сара “Экология” милли проектының маҡсаттары һәм бурыстарына тулыһынса тап килә. Уның төп йүнәлештәренең береһе булып граждандарҙың экологик мәҙәниәтен һәм яуаплылығын арттырыу тора.
Фото БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.