+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 21:12

Көндән-көн зәһәрерәк

2 ноябргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 11 меңгә етә яҙҙы.

Коронавирус инфекцияһы һөжүме көндән-көн зәһәрләнә. 2 ноябргә ҡарата Башҡортостанда уны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 11 меңгә етә яҙҙы, теүәлерәк итеп әйткәндә, – 10 956. Тәүлек эсендә вирус тағы 93 ауырыуҙы аяҡтан йыҡты.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 226 сирле ята. 14-енең хәле ауыр, икәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында йәшәү өсөн көрәшә. 789 сырхау амбулатор шарттарҙа дауалана.
Һуңғы тәүлектә 9 кеше, һауығып, дауахананан сыҡҡан. Барлығы 9 886 яҡташыбыҙ мәкерле сирҙе еңеүгә өлгәшкән.
Аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус тағы бер ауырыуҙың ғүмерен алып китте. Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Әлшәй районында йәшәүсе 69 йәшлек ханымдың донъя ҡуйыуы хаҡында хәбәр итә. Ул, ковидтан тыш, атеросклероз, аяҡ артерияһының киҫкен тромбозы менән дә яфаланған икән. Пандемия башланғандан алып был афәттән барлығы 55 кеше вафат булды...
Дауахананан тыш пневмония диагнозы тәүлек эсендә 256 ауырыуға ҡуйылған, кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуынан һауығыусылар – 238.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: