-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 15:13

Иң матур башҡорт һүҙен атайыҡ

Башҡортостан башлығы грантына, бөтә халыҡ тауыш биреүҙәр проекты старт ала. Унда республика халҡы һәм ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнаша ала.

Башҡортостан башлығы грантына, бөтә халыҡ тауыш биреүҙәр проекты старт ала. Унда республика халҡы һәм ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнаша ала.

"Иң матур башҡорт һүҙе" тигән проекттың Рәсәйҙә аналогы юҡ.

Тауыш биреү ике этапта үтәсәк:
- 1-15 ноябргә тиклем проектта ҡатнашыусылар туған телебеҙҙәге иң матур һүҙҙе тәҡдим итә ала bashslovo.ru
- сайтҡа йыш тәҡдим ителгән 12 һүҙ - 22 ноябрҙә иғлан ителәсәк һәм тауыш биреү башланасаҡ.
14 декабрҙә, башҡорт теле көнөндә, иң күп тауыш йыйған матур башҡорт һүҙе иғлан ителәсәк.

- Башҡортостан кешеләре быға тиклем һирәк ҡулланылған, онотолған, әммә актуаллеген юғалтмаған һүҙҙәрҙе тәҡдим итер тип күҙаллайбыҙ. Был иһә телебеҙҙең һүҙ байлығын, уның матурлығын күрергә һәм тарихын белергә ярҙам итер. Ошо һүҙҙәр ҡабаттан әйләнешкә килеп инер, төрлө ерҙәрҙә файҙаланыла башлар, туристик имиджға өҫтәлер тигән уйҙабыҙ, - тип белдергән проекттың авторы, режиссер, "Телешко" балалар телевидениеһы мәктәбе директоры Рөстәм Аҙнабаев.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в