Башҡортостанда коронавирустан өйҙә дауаланыусы льготалы категориялы кешеләргә республика бюджеты иҫәбенән бушлай дарыу бирә башланылар. Бушлай дарыу алыуға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре, нацист концлагерҙары тотҡондары, блокадалағы Ленинградта йәшәүселәр, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, шулай уҡ Чернобыль АЭС-ы һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар хоҡуҡлы. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Мәҫәлән, уҙған аҙнала уларға 700 рецепт яҙып бирелгән.