+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 14:02

Бөтә саралар ҙа онлайн режимда

Рәсәй халҡы 4 ноябрь Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Быйыл байрамға арналған бөтә саралар ҙа онлайн форматта уҙасаҡ.

Рәсәй халҡы 4 ноябрь Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Быйыл байрамға арналған бөтә саралар ҙа онлайн форматта уҙасаҡ.

3 ноябрҙә мәҙәниәт учреждениелары "Сәнғәт төнө" Рәсәй акцияһында ҡатнашасаҡ: филармониялар, китапханалар һәм музейҙарҙа тура трансляциялар, онлайн-конценттар, виртуаль экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

3-8 ноябрь www.miretno.ru сайтында онлайн форматта "Ҙур этнография диктанты" V юбилейлы халыҡ-ара мәғрифәт акцияһы ойошторола.

4 ноябрь Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле тик-токтағы #Танцуютвсе тигән бөтә Рәсәй флешмобына ҡушыласаҡ.

2-4 ноябрҙә тарихи-мәҙәни үҙәктәр - халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары #ВкуснонациональноБашкортостан тигән кулинар флешмобында ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ балалар һүрәттәре акцияһы уҙасаҡ.

Популяр артистар, блогерҙар, төрлө милләт вәкилдәре социаль селтәрҙәрҙә Мостай Кәримдең "Рус түгелмен мин, ләкин россиянмын" шиғырын һөйләйәсәк #ПоэзиейЕдины #МинРоссиянмын
Был шиғырҙың аҙағын һәр кем үҙенең туған телендә уҡып бөтөрөргә тейеш.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: