+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2020, 16:19

Урал башҡорттары: тарих һәм этнография

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исполкомында Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе араһында "Урал башҡорттары: тарих һәм этнография" тигән түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Был сара Свердловск өлкәһендә онлайн-форматта башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәтселек көндәрен уҙғарыуға бәйле.

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исполкомында Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе араһында "Урал башҡорттары: тарих һәм этнография" тигән түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Был сара Свердловск өлкәһендә онлайн-форматта башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәтселек көндәрен уҙғарыуға бәйле.

Яҡтар осрашыуын Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Свердловск өлкәһе яғынан төбәктең мәҙәниәт министрлығы, эске сәйәсәт департаменты етәкселәре, урындағы башҡорттар ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнашты.

Онлайн форматта үткән кәңәшмәлә күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең Башҡортостан Башлығы грантына конкурстарҙа ҡатнашыуы, милли костюмдар, уҡыу әсбаптәре менән тәьмин итеү мөмкинлектәре, туған телдә белем биреү проблемалары ҡаралды.

Урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Төмәнцева әйтеүенсә, өлкәнең Үрге Пышма ҡалаһындағы берҙән-бер башҡорт йәкшәмбе мәктәбе лә ябылыуға дусар булған. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусы республика мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлина әйтеүенсә,ата-әсәләрҙән ун ғариза булған хәлдә лә был мәктәпте ҡабаттан асыу мөмкинлеге бар. 2010 йылдан өлкәлә йәшәүсе башҡорттарҙың балалары Башҡортостандың кадет корпустарында, гимназияларына килеп уҡый ала, йәйге лагерҙарҙа "Йәйләү" программаһында, Ғарипов уҡыуҙарында ҡатнаша. Йәштәрҙең республика юғары уҡыу йорттарына инеү хоҡуғын да бер кем дә сикләмәгән. Быйыл иһә төбәктең Каменск-Уральск ҡала округында йәшәүсе милләттәштәребеҙ туған телдәр өйрәнеүгә республика башлығы грантын отҡан. Ҡыҫҡаһы, республика үҙенең ситтә йәшәүсе милләттәштәренә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер. Быны күрше өлкә вәкилдәре лә таныны һәм Башҡортостан һәр ваҡыт өлгө тип билдәләне.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостан менән Свердловск өлкәһен күптәнге хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Унда башҡорттар ҡоролтайы ла иң әүҙем эшләгән ойошмаларҙың береһе.

Шуға күрә өлкә Башҡортостандың юбилейы, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған сараларҙа, төрлө акция,флешмобтарҙа актив позиция күрһәтә.

Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, 14 декабрь онлайн форматта башҡорт теле көнө уҙасаҡ. Был иһә республикала башҡорт теле йылына йомғаҡлау сараһы ла буласаҡ. Эльвира Ринат ҡыҙы, ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә был сараларҙа әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә республика ғалимдары ла сығыш яһаны.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: