+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2020, 17:32

Өфө башлығын һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн Өфө ҡалаһы округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинды һуңғы юлға оҙаттылар. Республика Башлығы Радий Хәбиров бәхилләшеү һүҙҙәрен әйткәндә, күҙ йәштәрен тыя алманы.

Бөгөн Өфө ҡалаһы округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинды һуңғы юлға оҙаттылар. Республика Башлығы Радий Хәбиров бәхилләшеү һүҙҙәрен әйткәндә, күҙ йәштәрен тыя алманы.

Теүәл ике йыл элек, 29 октябрь көнө Өлфәт Мансур улы Өфө хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән. Аяуһыҙ сир уны тап ошо көндә алып китә...

- Беҙ Өлфәт Мансур улы менән Өфөнө үҙгәртергә, архитектура яғынан тағы ла йәмлерәк итергә хыяллана инек. Ҡыҙғанысҡа, уға был көндәрҙе күрергә насип булманы. Тормош аяуһыҙ һәм уның ғәҙел булмаған яҡтары күп.

Өлфәт Мансур улы бик ҡаты һәм ауыр сирләне. Был беҙҙең барыбыҙға ла шуны иҫкәртә: вирус мәкерле һәм бөтәбеҙгә лә һаҡланырға кәрәк, - тине Радий Фәрит улы.

Мәғлүм булыуынса, Өлфәт Мостафин Мәскәүҙең Склифосовский институтында вафат булды. Уға ни бары 61 йәш ине...

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: